Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Март 2023, 00:01

Өс комплекс барлыҡҡа киләсәк

Беренсеһен Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлында төҙөү планлаштырыла.    

Өс комплекс барлыҡҡа киләсәк
Өс комплекс барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда дөйөм суммаһы 134 миллион һум тәшкил иткән өс юл буйы комплексы төҙөләсәк. Яңы объекттар Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондары биләмәһендә урынлашасаҡ.

Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың әйтеүенсә, беренсе проект – Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлында күп фунциялы юл буйы комплексы. Унда автозаправка, кафе, магазин, шиномонтаж һәм автомобилдәр йыуа торған урын буласаҡ. Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарындағы комплекстар Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы буйында төҙөләсәк. Барлығы 45 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

“Инвесторҙар, ер участкаһына аукцион үткәрмәйенсә, ҡуртымға алыуға, инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекттары төҙөлөшөнә сығымдар өлөшөн  кире ҡайтарыуға субсидияларға дәғүә итә аласаҡ”, - тине Алексей Гусев.

Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

https://bashgazet.ru

Өс комплекс барлыҡҡа киләсәк
Өс комплекс барлыҡҡа киләсәк
Автор:
Читайте нас: