Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Март 2023, 00:01

Яңы автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған

Милли проект буйынса йәнә 50 автобус һатып алыу күҙаллана.

Яңы автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған
Яңы автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) нигеҙендә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы өсөн һатып алынған һәм Өфөлә 75-се маршрут буйынса йөрөгән 35 яңы автобус йыл башынан алып бер миллион 107 мең пассажир ташыған, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 38 мең кешегә күберәк.

– Түбән иҙәнле яңы ҙур класлы автобустар ҡайтарылмалы аппарель менән йыһазландырылған, инвалид коляскаһы өсөн махсус урын бар. Бындай транспорт саралары тәбиғи газда эшләгәнгә күрә юғары экологиялылығы менән айырылып тора, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Әйткәндәй, 2,5 айҙа автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған. 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, биш меңгә кәмерәк булһа ла, автобустарҙың һыйҙырышлы булыуы иҫәбенә ташылған пассажирҙар һаны дүрт процентҡа артҡан. Бер рейста яңы автобус уртаса 68 кешене йөрөтә, ә иҫке быуын автобусы – 50.

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы  ҙур класлы йәнә 50 автобус һатып алыу күҙаллана. Улар Өфөлә 226-сы муниципаль маршрутты хеҙмәтләндерәсәк.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/431984#scroll

bashgazet.ru

 

Яңы автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған
Яңы автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған
Автор:
Читайте нас: