

Уҙған йылдың апрель айынан районда социаль координаторҙар хеҙмәте эшләй башланы. Ләкин күптәр әле булһа был ниндәй хеҙмәт hәм ул нимә менән шөғөлләнә, тип һорай. Хеҙмәт эшсәнлегенең төп бурыстары һәм йүнәлештәре тураһында беҙгә Бишбүләк районы буйынса социаль координаторҙар хеҙмәте белгестәре һөйләне.
— Эшебеҙҙең төп йүнәлеше - өлкән йәштәге граждандарға hәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү. Башҡаса әйткәндә, беҙ әлеге категория граждандарҙы социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж, тип асыҡлайбыҙ hәм раҫлайбыҙ. Социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең индивидуаль программаларын эшләйбеҙ, улар нигеҙендә халыҡҡа «Оҙон ғүмерлелек» үҙәгенең социаль хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт күрһәтә. Йәше йәки ауырыуҙары арҡаһында даими рәүештә ҡарауға мохтаж булғандарҙы интернат-йорттарға hәм психоневрологик интернаттарға урынлаштырырға ярҙам итәбеҙ. Сер түгел, өлкән йәштәге граждандар беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең яҡланмаған төркөмө. Йәштәре үтеү менән улар күп проблемалар менән йышыраҡ осраша — был яңғыҙлыҡ, яҡындарының булмауы йәки вайымһыҙлығы, һөҙөмтәлә һаулыҡ буйынса етди проблемалар барлыҡҡа килә. Ысынында иһә беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған бик күп өлкән йәштәгеләр барлығын күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Һәр кемдең индивидуаль ҡараш талап итә торған тарихы бар. Шуға күрә уларға айырым иғтибар, психологик hәм әхлаҡи ярҙам кәрәк. Күптәр тейешле документтарҙы үҙҙәре йыя алмай, медицина тикшеренеүе уҙыуҙа ауырлыҡтар тыуа, әммә беҙ бында ла мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ.
«Оҙон ғүмерлелек» үҙәге, Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы, опека органдары, «Ғаилә» үҙәге, ауыл Советтары hәм башҡа ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бөгөнгө көндә өйҙә 500-ҙән ашыу гражданға социаль хеҙмәт күрһәтелә. Бер йыл эсендә беҙ 100-гә яҡын кешене социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж, тип таптыҡ, шуларҙың 8-ҙе дөйөм типтағы интернат йорттарына билдәләнде, ә 2-һе психо-неврология интернатына йүнәлтмә көтә. Кешене социаль хеҙмәттәргә мохтаж, тип билдәләр алдынан, беҙ тораҡ-көнкүреш шарттарын тикшерергә барабыҙ, өлкән йәштәге граждандарҙы hәм инвалидтарҙы оҙаҡ ваҡытлы ҡарау системаһын булдырыу буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә социологик анкета үткәрәбеҙ.
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла булғандарҙың ғаилә ағзаларына айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн республика Хөкүмәте тарафынан беренсе сираттағы ярҙам саралары ҡаралған. Әлеге мәлдә өлкән йәштәге бер гражданин өсөн тәрбиәгә бала алыусы ғаилә булдырыу буйынса эш алып барыла. Бараһы ла әҙер тиерлек, медицина йәһәтенән генә документтар йыяһы ҡалған. Тиҙҙән ир кеше ғаилә ҡорор hәм иғтибар hәм хәстәрлек менән уратып алыныр тип өмөтләнәбеҙ. Әлбиттә, эш барышында ҡайһы бер һорауҙар hәм ауырлыҡтар ҙа барлыҡҡа килә, беҙгә уларҙы хәл итeргә республика социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Даими рәүештә семинарҙар hәм уҡыуҙар уҙғарыла. Беҙ республиканың башҡа райондары белгестәре менән аралашабыҙ hәм тәжрибә уртаҡлашабыҙ.
Бер йыл был өлкәлә эшләгәндән һуң, беҙ иғтибарҙы талап итә торған төрлө хәлдәр менән осраштыҡ. Шуныһын да әйтергә кәрeк, бары тик теләктәшлек, ҡыҙғаныу һәм кешелеклелек кенә беҙгә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.
Ирина ФОМИНА яҙып алды .
Автор фотоһы.