Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Март 2023, 03:12

Өфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алды

Өфөлә спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй беренселеге старт алды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары төбәктең Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгендә уҙа. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост урынлаштырған.

Өфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алдыӨфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алды
Өфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алды

"Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгендә беренсе ҙур ярыштар бара. 12-13 йәшлек малайҙар һәм 11-12 йәшлек ҡыҙҙар араһында спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй беренселеген ҡабул итәбеҙ.

Ҡатнашыусылар араһында - Рәсәйҙең 42 ҡалаһынан 100-гә яҡын кеше. Ярыштар шәхси күп бәйгелә һәм айырым дисциплиналарҙа уҙа. 2 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк бәйгеләрҙә барлығы 12 комплект бүләк уйнатыла.

Бында теләгән һәр кемде саҡырам.

Беҙҙең Башҡортостанда бындай ҙур саралар үткәрергә мөмкин булған яңы үҙәктәр барлыҡҡа килеүенә шатмын. Тиҙҙән улар тағын да күберәк буласаҡ", - тип яҙа Радий Хәбиров.

https://kiziltan.ru

Өфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алды
Өфөлә ҙур спорт бәйгеһе старт алды
Автор:
Читайте нас