

Каникул ваҡыты булһа ла, уҡыусылар мәктәпкә килә. Көн һайын малай һәм ҡыҙҙар өсөн төрлө мауыҡтырғыс саралар уҙғарыла. Бишбүләк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Халыҡ-ара театр көнө билдәләнеп үтте.
Бында уҡыусылар өсөн драма түңәрәге эшләп килә. Мәктәп театрында (башҡорт, татар, рус һәм сыуаш) шөғөлләнеүселәр З.З.Муллағәлиева, А.М.Маликова, Н.Г.Николаева, О.П.Мордвинова етәкселегендә төрлө постановкалар әҙерләп, мәктәптә сығыш яһай.
Мәктәп театры уҡыусыларҙың һәләттәрен асырға, уй-хыялдарын үҫтерергә мөмкинлек бирә, матурлыҡты күрә белергә өйрәтә, иҗади ҡараш тыуҙыра. Был сәнғәт төрөнә ғашиҡ малай һәм ҡыҙҙар бер-береһенең уңышлы яҡтарын билдәләргә, етешһеҙлектәрен тәнҡитләргә өйрәнә, шулай уҡ бер-береһенә кәңәштәр ҙә бирә.
https://vk.com/bssh2