Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
31 Март 2023, 04:07

Намыҫ менән эшләргә өйрәнгән

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Әнүәр Әхиәр улы Вәлиәхмәтов тыуған төйәге өсөн күп көс һалған.

Намыҫ менән эшләргә өйрәнгәнНамыҫ менән эшләргә өйрәнгән
Намыҫ менән эшләргә өйрәнгән

Төрлө вазифаларҙа эшләү тәжрибәһе ҙур булған кешеләр hәр эштә уңыштың серен ишетеп кенә белмәй.

— Һис шикһеҙ, теләһә ниндәй эште намыҫ менән башҡарырға кәрәк. Ләкин иң мөhиме - көн һайын эшләгәнеңде яратырға кәрәк. Ул саҡта уңыш hис шикһеҙ киләсәк, — ти мәғариф ветераны, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ун йылға яҡын Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы булған Әнүәр Әхиәр улы Вәлиәхмәтов. — Әгәр 38 йылдан артыҡ эшләгән урындағы урта мәктәптә үҙ фәнеңдең уҡытыу методикаһын белеү hәм балалар менән уртаҡ тел табыу талап ителһә, ауыл Советы башлығы булып эшләү өсөн минең өсөн ауыл биләмәһендәге өлкәндәрҙең ышанысы, үҙ-ара аңлашыуы hәм ярҙам итеүе мөhим ине.

Хәҙер тулы ышаныс менән шуныһын әйтергә була: ике осраҡта ла Әнүәр Вәлиәхмәтов был талаптарҙы тормошҡа ашыра алған. Уны йыл һайын яҡшы һөҙөмтәләр өсөн хәкимиәт hәм мәктәптәге хеҙмәттәштәре баһалаған, уҡыусылар талапсанлығы, изге күңелле булыуы өсөн яратҡан. Тап бына эшлекле сифаттары hәм ауыл биләмәһе башлығы булараҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уны Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советына ингән барлыҡ биш тораҡ пункт халҡы ла хөрмәт итә.

—Йыл һайын районда 13 ауыл биләмәһенең барлыҡ тораҡ пункттарында барған ыңғай үҙгәрештәр Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советын да ситләтеп үтмәне, — тип иҫкә ала ун йыл элек башҡарылған эштәре тураһында хеҙмәт ветераны. — Йылбулаҡтамаҡ үҙәк усадьбаһы тораҡ пункттарында hәм Антоновка, Ҡасҡын, Түбән Көрмәҙе hәм Туҡай ауылдарында йәшәүселәр hәм ремонт бригадалары тарафынан ауыл зиратын төҙөкләндереүҙә күпме эш башҡарылғаны һаман иҫтә. Иҫке ағас ҡоймалар профнастилға алыштырылды. Үткәрелгән өмәләрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел! Ауылдарҙы урам яҡтыртыуҙа ла һиҙелерлек үҙгёрештәр булды. Мәҫәлән, Антоновка hәм Түбән Көрмәҙелә ошоға ҡәҙәр урам фонарҙары юҡ ине. Беҙ энергетиктар менән һөйләштек: бында урамдар яҡтыртылды, ә Йылбулаҡтамаҡта hәм Туҡайҙа барлыҡ иҫкергән hәм янған лампаларҙы заманса энергия һаҡлаусы лампаларға алыштырҙыҡ. Йылбулаҡтамаҡ урамына ваҡ таш түшәлде, ике км оҙонлоҡтағы асфальт йәйелде. Был йылдарҙа урындағы урта мәктәп танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

Әнүәр Әхиәр улы әйтеүенсә, ауыл Советы башлығы халыҡ, урындағы үҙидара депутаттары, активистар, бағыусылар hәм ауыл старосталары менән бергә эшләй. Мәҫәлән, Ҡасҡын ауылы старостаһы Шамил Хәбиров алыштырғыһыҙ ярҙамсы, барлыҡ өмәләрҙе үткәреү буйынса hәр ваҡыт беренсе рәттәрҙә.

—Әгәр һинең артыңда ныҡлы тыл булһа, теләһә ниндәй эшкә, ауыр проблемаларҙы хәл итеүгә, һуғышҡа барған кеүек, ҡыйыу бараһың, — ти ҡырыҡ йылға яҡын стажлы хәрби етәксе hәм запастагы өлкән лейтенант Әнүәр Әхиәр улы.

— Дөрөҫөн генә әйткәндә: мин үҙем hәм минең Гөлсимә Васильевна гороскоп буйынса биш йыл айырма менән арыҫландар булабыҙ. Эштә һәр ваҡыт алдынғы булырға тырышыуыма ҡарамаҫтан, тормош иптәшем менән бик бәхетлемен. Ҡырыҡ биш йыл татыу йәшәйбеҙ. Беҙҙең ике улыбыҙ hәм ике ҡыҙыбыҙ бар, ә хәҙер һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Улар  беҙҙең тормошобоҙҙа иң ҙур бүләк, hәм беҙ улар өсөн ишек алды тулы мал аҫрайбыҙ һәм ҙур баҡса тотабыҙ.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн хөкүмәт бүләктәренән Әнүәр Вәлиәхмәтовтың (район әһәмиәтендәге бихисап Маҡтау грамоталарынан тыш) «Хеҙмәт ветераны» hәм «Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 100 йыл» миҙалдары, шулай уҡ махсус бай итеп биҙәлгән  футлярҙа Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мактау ҡағыҙы һәм Константин Толкачев ҡул ҡуйған әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн грамотаһы бар.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

 

Намыҫ менән эшләргә өйрәнгән
Намыҫ менән эшләргә өйрәнгән
Автор:
Читайте нас