

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында уҙған осорҙоң изге йолаларына — агросәнәғәт комплексында быуындар hәм хеҙмәт династиялары дауам итеүселәренә иғтибар бирелеүе һөйөндөрә. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Ауыл хужалығы министры И.И. Фазрахманов билдәләп үтеүенсә, республиканың төрлө милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиелары, унда хеҙмәт династиялары нигеҙендә быуындар эстафетаһы тапшырыла, «артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә өҫтөнлөклө буласаҡ».
Уҙған йыл районда ике ауыл хужалығы предприятиеһында етәкселәр алмашынды. Был теләһә ниндәй етештереү өлкәһендә тәбиғи процесс, унда өлкәндәрҙе йәш кадрҙар алыштыра, hәм әгәр атайҙарын көстәре ташып торған улдары алыштыра икән, был айырыуса күңелле миҙгел. Дим ауылынан Таhир Миңләхмәтовтың
крәҫтиән (фермер) хужалығында шулай булды, унда хужалыҡ руле артына улы Азат баҫты. Шул уҡ хәл Айыт ауылының «Дим» йәмғиәтендә лә булды, унда Мәғсүм Мөхтәсимовтың атаһын ауыл хужалығында эш тәжрибәһе булған hәм, әлбиттә, белемле, хужалыҡ етeксеһе булған улдары Рөстәм hәм бар булған техниканың өҙлөкһөҙ эше өсөн яуаплы булған Марат алмаштырҙы.
— Мәктәптә яҡшы уҡыһам да, балдар етмәү сәбәпле, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына инә алманым. Конкурс та ҙур булды — бер урынга ете кеше, — ти райондың иң тәжрибәле аграрийҙарының береһе Мәғсүм Ғосман улы.— Мин мәктәптә уҡығанда уҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә теләнем. Шуға күрә, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, 1975 йылда тирә-яҡта ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға барҙым. Бер йылдан һуң, беренсе курсты тамамлағас, мине армияға алдылар. Ике йыл Чехословакияла хеҙмәт иттем. Артабан яңынан техникумда уҡыуымды дауам итеп, зоотехник һөнәре алдым. Йүнәлтмә буйынса Кушнаренко районына эләктем. Һәм әгәр ҙә беҙгә ул ваҡытта Айыт дауаханаһы атекаһына эшкә Яңауыл ҡыҙы, йәш һәм сибәр фармацевт Фәйрүзә килмәгән булһа, мoғайын, унда йәшәргә hәм эшләргә ҡалған булыр инем. Ул минең яҙмышымды хәл итте лә инде. Уның арҡаһында мин, барыһын да ташлап, Айытҡа ҡайттым. Был яҙмыш hәм бер ҡараштан ғүмерлек мөхәббәт ине. Беҙ өйләнештек. Мин тыуған колхозымда эшләй башланым. Мине шунда уҡ баш зоотехник итеп ҡуйҙылар.
Өлкән быуын кешеләре ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫ совет осорон айырыуса һағынып иҫкә ала. Ул ваҡытта райондың барлыҡ ерендә лә тормош ҡайнай ине.
— Эшләй башлағанда, «Дим» колхозында 7667 гектар ауыл хужалығы ерҙәре бар ине, шуларҙың 5656 гектары һөрөнтө ерҙәр, — тип
иҫкә ала юбиляр. Эшләүсе колхозсыларҙың уртаса йыллыҡ һаны 479 кеше тәшкил итте. Бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла шул ҡәҙәр уҡ йыйыламы икән? Ул ваҡытта минең өҫтәлемдә малсылыҡты үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ ята ине. Колхозда малдар һаны бик ҙур булды: 2107 һыйыр малы, шул иҫәптән 400 һауын һыйыры, шулай уҡ биш йөҙ һарыҡ hәм 207 баш ат. Был һандар әлегәсә хәтерҙә.
Һуңынан колхоздың өлкән зоотехнигы hәм «Дим» ауыл хужалығы етештереү кооперативының баш зоотехнигы булып эшләргә тура килде. 2003 йылда мине ауылдаштарым «Дим» кооперативы рәйесе итеп һайланы. 2022 йылға ҡәҙәр «Дим» йәмғиәте директоры булып эшләнем. Ләкин ваҡыт үҙен һиҙҙерә. Ауыл хужалығында даими көсөргәнештә эшләргә тура килә. Сәсеүҙе үткәреп өлгөрмәйһең, инде мал аҙығы әҙерләү осоро етә, артабан уңыш йыйыу башлана. Малдарҙы иһә алһыҙ-ялһыҙ ҡарарға кәрәк.
- Уҙған йылда мине игендән мул уңыш алыныуы ғәжәпләндерҙе, — тип дауам итә Мәғсүм Ғосман улы. Һәр гектарҙан 23,9 центнер иген йыйып алынды. Был райондағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе! Бындай уңышты мин үҙемдең эш дәүерендә хәтерләмәйем.
Ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған Мәғсүм Мөхтәсимов Мактау грамоталары heм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Күптән түгел уны ауыл хужалығы идараһы начальнигы Артур Ғәлиев ҡотларға килгән. Ул юбилярға йылы һүҙҙәрен еткереп, район хакимиәте башлығы исеменән hәм шәхсән үҙ исеменән ҡиммәтле бүләк тапшырған. Һәм артабан үҙ хужалығы файҙаһына зирәк кәңәшсе ролендә оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.