+30 °С
Болотло


Эпиүҙәк Петропавловск-Камчатскийҙийҙан 64 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Урындағы киң мәғлүмәт саралары килтерелгән зыяндың фотоларын һала: ҡайһы бер биналарҙың стеналарында ярыҡтар бар, ҡайҙалыр штукатурка ҡойолған, ә магазиндарҙа кәштәләрҙән тауарҙар иҙәнгә шыуып төшкән. Социаль селтәрҙә Камчатка крайы губернаторы Владимир Солодов хәбәр иткәнсә, зыян күргәндәр һәм емерелгән биналар юҡ. Петропавловск-Камчатскийҙа ваҡытлыса электр уты һүнгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Пятигорскиҙа ер тетрәүе хаҡында хәбәр иткәйне.