

“Яҙғы саҡырыуҙа Башҡортостандан хәрби хеҙмәт үтеү урындарына биш мең ярымдан ашыу егет ебәреләсәк”, – тип билдәләне Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр менән Ҡораллы Көстәрҙең бөтә төрҙәре һәм ғәскәрҙәре, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частары тулыландырыласаҡ. Хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәрҙе саҡырыу пунктынан ғәскәрҙәргә оҙатыу ағымдағы йылдың апрель аҙағында башланасаҡ, тип планлаштырыла. Уларҙың һәр береһе кейем комплекты, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.
– Шунда уҡ билдәләп үтергә теләйем, алдағы саҡырыу саралары Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бер нисек тә бәйле түгел. Элеккесә ул Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм 2023 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем план тәртибендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр, ниндәй һөнәрҙә булыуға ҡарамаҫтан, бүлексәләргә ебәреләсәк һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге даими дислокация пункттарында хәрби хеҙмәт үтәсәк. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡыты тамамланған хәрбиҙәр иһә йәшәгән урындарына үҙ ваҡытында ҡайтарыласаҡ, – тип билдәләне республиканың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич.
Фото: ufa.ru
https://bashgazet.ru