Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
5 Апрель 2023, 04:51

Өфөлә китап байрамы буласаҡ

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап-байрам" китап йәрминкәһе уҙасаҡ, артабан ул йыл һайын үткәреләсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» III мәҙәни форумы барышында иғлан иткәйне.

Өфөлә китап байрамы буласаҡӨфөлә китап байрамы буласаҡ
Өфөлә китап байрамы буласаҡ

Радий Хәбиров белдереүенсә, йәрминкәне ойоштороу тәҡдиме менән Башҡортостан Яҙыусылар берлеге сығыш яһаған һәм уны  бай йөкмәткеле итеүҙе һораны.

Сара башҡаланың бер нисә майҙансығында - республика Милли музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты биналарында, шулай уҡ нәшриәттең һәм китап магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында уҙасаҡ Өс көн дауамында йәрминкә сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса китаптар һатыу-күргәҙмә, мастер-кластар, уҡыусыылар конкурстары, моноспектаклдәр, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе экранлаштырыу буласаҡ. Майҙансыҡтар 12.00 сәғәттән 22.00 сәгаткә ҡәҙәр эшләйәсәк.

- Шулай тура килде, был көндәрҙә Денис Мацуев фестивале уҙасаҡ. Һәм ул үҙе тураһында яҙылған "Жизнь на крещендо" китабын тәҡдим итәмәк, - тип билдәләне мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

Бынан тыш, Наталья Михайловна әйтеүенсә, нәшриәттәр араһында төрлө номинацияларҙа йылдың иң яҡшы китабына конкурс үткәреләсәк.

Фото: kitap-bayram.ru

Башинформ. 

Өфөлә китап байрамы буласаҡ
Өфөлә китап байрамы буласаҡ
Автор:
Читайте нас