Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
5 Апреля 2023, 03:44

Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!

Стратегик үрҙе яулау бурысы ҡуйылғас, ул штурмға бара һәм... 

Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!
Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан егете Марсель Шәйхуллин ысын батырлыҡ күрһәткән.

Стратегик үрҙе яулау бурысы ҡуйылғас, ул штурмға бара һәм хәрби заданиены уңышлы үтәй. Бынан тыш, һалдаттың ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә ҡаршы яҡтың 16 һалдаты әсиргә алына.

Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында «Время героев» тапшырыуында һөйләнеләр. Унда кесе сержанттың ҡаһарманлығы ярҙамында дошмандың шәхси составтан тиҫтәләгән һалдаты әсиргә алыныуы хаҡында күрһәтелә.

Марсель Шәйхуллин бының өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Бынан алда яҡташыбыҙ, мотоуҡсылар взводы отряды кесе сержанты Денис Юнысовтың Украина Ҡораллы Көстәренең 16 һалдатын әсиргә алыуы билдәле булғайны.

Сығанаҡ: vk.com/bstnews

Фото: na-zemle-salavata.com

bashgazet.ru

Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!
Яҡташыбыҙ 16 нацисты ҡулға алған!
Автор:
Читайте нас