Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
7 Апрель 2023, 12:59

Диспансеризация үтеү мотлаҡ

Сирҙе алдан асыҡлау, ваҡытында дауаланыу сараһын күреү маҡсатында 2013 йылдан алып беҙҙең илдә халыҡҡа диспансеризация үткәрелә

Диспансеризация үтеү мотлаҡДиспансеризация үтеү мотлаҡ
Диспансеризация үтеү мотлаҡ

Һау-сәләмәт саҡта, һаулыҡ тураһында ҡайғыртыу, донъя мәшәҡәттәре менән икенсе урында ҡала килә. Күбебеҙ әле бер ере, әле икенсеһе борсой башлағас ҡына, һаулығын ҡайғырта башлай. Ә бит ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, тиҙәр. 2013 йылдан, беҙҙең илдә халыҡҡа диспансеризация үткәрелә.   Сәләмәтлекте хәстәрләүгә йүнәлтелгән мөһим эш булып тора был. Халыҡты диспансеризациялау сараһы 18 йәштән өлкән булғандарҙың барыһына ла ҡағыла, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Бишбүләк үҙәк дауаханаһының 143-сө кабинетында шәфҡәт туташтары Нуриева Эльвера һәм Мөхәмәтшина Рәзилә диспансеризация үтеүселәргә ниндәй процедуралар үтеү кәрәклеген аңлата.

- Төрлө йәш категорияларына ҡарап, район халҡына медицина ҡарауы ойошторола. 18 йәштән 39 йәшкә тиклем диспансеризация өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән йыл һайын үтеү ҡаралған. Беҙгә күбеһенсә, урта йәштәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар килә. Көн һайын 25-ләп кеше ҡабул итәбеҙ, ошо көндәрҙә Аҙнай, Йылбулаҡтамаҡ, Дим, Ҡунаҡҡол ауылдарында йәшәүселәр диспансеризация  үтте,  - ти, 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған шәфҡәт туташы Эльвера Ким ҡыҙы.

Диспансеризация ике этапта үткәрелә. Тәүгеһендә, флюорография, УЗИ үтәләр, электрокардиограмма яһаталар һәм, билдәле, анализдар тапшыралар.

- Беҙгә килеүләрҙең иң тәүҙә ауырлығын, йәшен, буйын иҫәпкә алабыҙ, ҡан баҫымын һәм күҙ баҫымын үлсәйбеҙ. Йәштәре 40-тан уҙған кешеләргә өҫтәмә анализдар ҙа бирергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар маммография, ә ир-аттар ПСА тест уҙа. Әлеге этап хроник, яман шеш, диабет кеүек ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр ҙә, ентекле тикшеренеү үтергә тейеш, - ти оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләүсе Рәзилә Мөхәмәтшина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл түбәндәге йылдарҙа тыуғандар был мөмкинлектән файҙалана: 1984, 1987, 1990, 1993, 1996, 1999, 2002, 2005  йылғылар. Һәм дә 40 йәштән алып 95 йәшкә тиклемгеләр йыл һайын диспансеризация үтә ала.

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатларға яратабыҙ. Эйе, Һаулыҡ китә башлаһа, күҙгә бер ни күренмәй, йәшәүҙең йәме китә. Шуға күрә һәр кем диспансеризация үтеүгә етди ҡараһын ине.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

 

Диспансеризация үтеү мотлаҡ
Диспансеризация үтеү мотлаҡ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас