

Яҡтар Zoomlion компанияһының Рәсәйҙә ауыр машиналар йыйыу, ә киләсәктә тулы цикллы етештереүҙе ойоштороу тураһында һөйләште.
«Рәсәй президенты Владимир Путиндың Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашыуы илдәребеҙҙең хеҙмәттәшлек итеүе яңы, шул иҫәптән төбәк кимәленә күсеүе хаҡында һөйләй, – тип билдәләне Синхуа Чжан. – Башҡортостанда эшләргә уйыбыҙ бар. Беҙ предприятиены мөмкин тиклем тиҙерәк төҙөй башларға теләйбеҙ. Яңы заводты төҙөй башлау өсөн беҙгә урында тәжрибәһе һәм инфраструктураһы булған көслө партнер кәрәк».
Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә, тине Радий Хәбиров. Республикала эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү саралары ла эшләй.
«Мин Zoomlion компанияһының Белоруссия машина эшләүселәре менән эшләү тәжрибәһен өйрәндем. Беҙ хеҙмәттәшлеккә һәм яңы производство асырға әҙер. Беҙҙең уртаҡ эш өсөн ҙур потенциал бар тип иҫәпләйем», – тине Радий Хәбиров.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың май аҙағында видеоконференция режимында проектты тормошҡа ашырыу барышын тикшерергә тәҡдим итте.
Белешмә
Zoomlion AG компанияһының донъяның 21 илендә вәкиллектәре бар. Рәсәйҙәге бүлендек предприятиеһы – «Зумлион Хэви Индустри Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. 2021 йылда Ҡытай компанияһының Башҡортостандағы рәсми дилеры – «Агротехсервис» ауыл хужалығы предприятиеһы – Zoomlion маркалы тракторҙарҙың тәүге партияһын Йәрмәкәй районына оҙатты.