+30 °С
Болотло


Мәсетле районының бер ауылында йәшәүсе ир баҡса эштәре ваҡытында граната тапҡан. Ул бер ҙә уйламай, Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Был хаҡта “Башинформ” сайты хәбәр итә.
Ентекле тикшереүҙәрҙән һуң белгестәр билдәләүенсә, был ҡул гранатаһы Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡарай. Һәм әле лә ҡурҡыныс тыуҙырырлыҡ хәлдә булыуы тураһында хәбәр итәләр. Тимәк, ул шартларға ла мөмкин булған.
Белгестәр уны барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарҙы үтәп, кеше йәшәгән ерҙән йыраҡҡараҡ алып китәләр һәм юҡ итәләр.
https://baltachtan.ru