Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
8 Апрель 2023, 10:34

Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды

Аҙнай ауылы халҡы тирә-йүнде тәртипкә килтереү өсөн экологик өмәгә сыҡты.

Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалдыТирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды
Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды

Ҡар иреп бөтөү менән шәмбе өмәләре башлана. Аҙнайҙа тирә-яҡты тәртипкә килтереү, уның экологик торошон күҙәтеү буйынса даими эш алып барыла. Был эшкә ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй ҡушыла. Әйтергә кәрәк, ауылдың социаль селтәрендә үҙенең махсус бит булдырылған, унда тирә-яҡты һаҡлау, экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән  төрлө саҡырыуҙар, иғландар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Экологик өмәләрҙең  үткәрелеүе  хаҡында ла ошонда хәбәр ителә. 

Элек-электән үк күмәкләп эш башҡарыу оло быуын вәкилдәренең ҡанына һеңгән, хәҙер ошо матур ғәҙәтте дауам итә улар. Бөгөн дә иртән иртүк ир-аттарҙың ҡайһы берҙәре үҙенең шәхси техникаһы менән, икенселәр ҡулдарына һәнәк, тырма, көрәк тотоп килде, ҡатын-ҡыҙҙар иһә тырма тотҡайны. Дәррәү тотонғас, эш ырамлы барҙы. Өмәгә килеүселәр ауылда былтыр асылған обелиск, музей тирәләрен, төҙөлөп ятҡан мәсеттең ишек алдын сүп-сарҙан таҙартты. Йыйылған сүпте шунда уҡ трактор арбаһына тейәп ҡыйлыҡҡа түктеләр.

“Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана!” – тиҙәр бер тауыштан өмәлә ҡатнашыусылар. Күмәк эш һөҙөмтәле булды: тирә-йүн күҙгә күренеп матурланып ҡалды. Алдағы көндәрҙә лә бындай экологик өмәләр дауам итәсәк әле. Йәшәгән еренең таҙалығына битараф булмағандар санитар-таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашыр тип өмөт итәбеҙ.

Ләйлә ҒҮМ”РОВА,

Автор фотоһы.

 

Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды
Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды
Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды
Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас