

Эре бәрәңгенән мини-бәрәңге үҫтереү.
Орлоҡто яңыртыуҙың иң еңеле – клонлаштырыу алымы. Яҙ көнө баҙҙа эре бәрәңгеләр “ҡасып” ҡалып, йәйен шытып, тамырҙар ебәреп, көҙгә саҡлы ботаҡтарында күпһанлы бик ваҡ бәрәңгеләр үҫтереп ҡуйыуына кемебеҙ юлыҡмаған? Баҙ таҙартҡанда, шәлперәйгән йә таш булып ҡатҡан “ина” бәрәңгеһе менән бергә сығарып ташларға күнеккәнбеҙ.
Ә юҡҡа! Бала бәрәңгеләрҙе йыйып киптереп, киләһе яҙғаса һаҡлаһаҡ, таҙа, сирһеҙ, бер тигән ултыртыу материалына эйә буласаҡбыҙ. Шуларҙан киләһе йәйҙә супер-суперэлита үҫтереп алырға була. Тимәк, иң һәйбәт уңыш бирә торған бер-нисә сортлы бәрәңгенең иң эреләрен һайлап алып, махсус рәүештә баҙҙа ҡалдырырға кәрәк буласаҡ. Сорттары буталмаһын өсөн, төрлө урындарға һалырға онотмайбыҙ. Ара-тирә баҙға төшөп, дымландырып торһаҡ, бала бәрәңгеләр эрерәк булыр.
Мини-бәрәңгеләрҙе һабактаy үҫтереү
Бәрәңге сәскә атып бөтөргәс, иң көслө төптән бер-нисә һабаҡ киҫеп алабыҙ, уларҙың осон һәм төп өлөшөн киҫеп алғандан һуң, 3-4 сантиметрлы киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ, һәр береһендә япрағы булыуы мөһим. Һабаҡтарҙы дүрт сәғәт буйы алһыу төҫтәге марганцовка эретмәһендә тотабыҙ. Кисен уларҙы күләгәле урындағы түтәлгә, рәт араларын 20 см, үҫенте араларын 3 см ҡалдырып теҙеп ултырабыҙ. Һабаҡ ултыртылғанда, япраҡтарын вертикаль рәүештә баҫып ҡалыуы, өстән ике өлөшөнөң тупраҡҡа күмелеүе мәҗбүри. Япраҡ бөрөһө 1 см тәрәнлектә күмелгән булырға тейеш. Түтәлде йомшартып, һәйбәтләп һыу һибәбеҙ. Өс аҙнанан япраҡтар һарғая, ҡорой, ә һабаҡта бала бәрәңгеләр ярала башлай. Ултыртҡандан һуң бер ай уҙғас, һабаҡтарҙы тамыры менән ҡаҙып алабыҙ, бала бәрәңгеләре йыйып киптереп, йәшелләндереп, киләһе яҙҙа ултыртыу өсөн бик яҡшы сифатлы супер-суперэлита орлоҡ бәрәңгеһенә эйә буласаҡбыҙ.
"Файҙалы кәңәштәр"