Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Апрель 2023, 06:42

Уттан бер нәмә лә ҡалмай...

Башҡортостан райондарының береһендә өй, ике автомобиль һәм дүрт һарай янған.

Уттан бер нәмә лә ҡалмай...Уттан бер нәмә лә ҡалмай...
Уттан бер нәмә лә ҡалмай...

Бөгөн иртән Ауырғазы районының Мостафа ауылында янғын сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

«Янғын һүндереүселәр килгәндә 6х6 метр ҙурлығындағы ағас йорт, ике еңел автомобиль (Toyota RAV-4, Toyota Camry), шулай уҡ дөйөм майҙаны 240 квадрат метрлыҡ дүрт ағас һарайҙы ут ялмап алған булған. Көслө ел һәм ҡаралтыларҙың тығыҙ урынлашыуы уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән», — тип һөйләне ҡотҡарыусылар.

Янғынды таңғы 6-сы 19 минутта һүндергәндәр. Был эшкә 12 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе алдында янғындың сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора.

https://www.bashinform.ru

Уттан бер нәмә лә ҡалмай...
Уттан бер нәмә лә ҡалмай...
Автор:
Читайте нас