Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
12 Апрель 2023, 10:49

Көн торошо

Алдағы көндәрҙә республикала көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр һалҡынайта, тип хәбәр итте «Башинформ»ға республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 12 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

Кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ +14, +19 градус.

Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +1, +6 градус.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас