Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
12 Апреля 2023, 10:22

Оло йыйынға әҙерлек башланды

24 апрелдә Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары йыйыны уҙғарыла. Ошо ырыу вәкилдәрен ҡорға йыйыу буйынса әҙерлек эштәре башланды ла инде. Шуға ярашлы, ҡоролтай бинаһында сираттағы мең ырыуы советы ултырышы булды.

Оло йыйынға әҙерлек башландыОло йыйынға әҙерлек башланды
Оло йыйынға әҙерлек башланды

Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов әлеге осрашыуҙа йыйындың планы, ниндәй саралар ойоштороласағы, кемдәр сығыш яһаясағы тураһында һүҙ алып барҙы. Ойоштороу комитеты шулай уҡ меңдәрҙең тарихы тураһында буклет сығарыу, һәр райондан күргәҙмәләр алып килеү зарурлығын телгә алды.  

Башҡа ырыуҙарҙан айырмалы, меңдәр тәүгеләрҙән булып, үҙҙәренең миҙалын булдырҙы. йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡан күп кенә ырыуҙаштарыбыҙға был награда тапшырылды ла инде. Был көндә сираттағы бүләкләнеүсе - районыбыҙҙағы ҡоролтай эшенә бағымсылыҡ күрһәткән, айырыуса йәш быуын менән төрлө саралар уҙғарыуға ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ Фәнис Миңләхмәт улы Хәлиуллин булды.    

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мең ырыуы йыйыны биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Уҙған йылдарҙағы кеүек, әлеге ҡорҙа Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Әлшәй, Шишмә райондарынан делегаттар барасаҡ.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы. 

Оло йыйынға әҙерлек башланды
Оло йыйынға әҙерлек башланды
Оло йыйынға әҙерлек башланды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас