Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
13 Апрель 2023, 09:00

Йәш инспекторҙар форумда ҡатнашты

Башҡортостанда «Иғтибар балалар!» балалар юл-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә бәйле профилактик сараларға ҙур иғтибар бирелә

Йәш инспекторҙар форумда ҡатнаштыЙәш инспекторҙар форумда ҡатнашты
Йәш инспекторҙар форумда ҡатнашты

Апрель айында «Взлетай!» республика проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Рәсәй Мәғариф министрлығының Балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты «Хәүефһеҙ хәрәкәт» федераль эксперт үҙәге ярҙамы менән Өфөлә «Торатау»ҙа Йәш юл инспекторҙарының республика форумы үтте, унда ойоштороусылар, Башҡортостан Республикаһының барлыҡ ҡалалары, райондарҙың йәш юл хәрәкәте инспекторҙары ҡатнашты. Был сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте урынбаҫары А.В. Марзаев, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф hәм фән министры А.В. Хажин, Башҡортостан Республикаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы В.А. Севастьянов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса дөйөм Рәсәй йәмәғәт балалар-юл ойошмаһы рәйесе «Хәрәкәттең йәш инспекторҙары», Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡаршыһындағы Координация Советы ҡаршыһындағы «Балалар хәүефһеҙлеге» эшсе төркөмө ағзаһы А. Кульбицкая, «STOP-газета» hәм «Бала саҡтың Хәүфһеҙ Юлы» Бөтә Рәсәй  хәүефһеҙ баҫмаларының баш мөхәррире hәм Һамар, Ырымбур өлкәләренең Йәш юлсылар хәрәкәте етәкселәре асты.

Форумда беҙҙең райондан да делегация булды — Ҡушйылға  урта мәктәбенең мәктәп директоры А.С. Ғәзизова етәкселегендә йәш юл хәрәкәте инспекторҙары Ксения Васильева, Дарья Семенова, Лев Петров, Данил Тимофеев, шулай ук район йәш хәрәкәтен ойоштороусылар — Балалар ижады үҙәге директоры И.Ю. Нәбиуллина, Бишбүләк буйынса Рәсәй ЮХХДИ бүлеге дәүләт инспекторы М.В. Вдовин, мәғариф бүлегенең баш белгесе Ю.С Низамов. Республика форумында ҡатнашыусылар туғыҙ майҙансыҡта сығыш яһаны: «Интерактив йәлеп итеү hәм күңел ачыу  эшсәнлеге»; «Yҙең тураһында һөйлә»; «Һөнәри йүнәлеш»; «Киләсәккә экскурсия»; «ЮИД һөйләй hәм күрһәтә»; «Яшь блогерга сер итеп»; «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» квиз-уйыны һ.б.

Форум программасы бай hәм мауыҡтырғыс булды, балалар күңел асты, шаярҙы, хәрәкәттең башҡа ҡатнашыусыларының тәжрибәһен үҙләштерҙе. Етәкселәр өсөн ғибрәтле һүҙҙәр күп булды. Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары райондың барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмаларында бар, hәм балалар өлкәндәр менән бер рәттән үткәрелә торған сараларҙа ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡыҙыҡһынып өйрәнгән, «Бала саҡтың Хәүефһеҙ Юлы», «Хәүефһеҙ тәгәрмәс», Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының слеттарында ҡатнашҡан, өлкәндәргә юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итeргә ярҙам иткән малайҙар hәм ҡыҙҙарҙың бер нисә быуыны  үҫте. Йәш юлсылар хәрәкәте мәктәптәр өсөн дә, hәр уҡыусы өсөн дә — тормоштоң айырым бите. Беҙ, остаздар, район КВН конкурсын ойоштороусылар, шулай уҡ район халҡы hәр ауылда, мәктәптә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүсе уҡыусылар булыуы менән ғорурланабыҙ. Иң мөhиме, үткәрелгән профилактик эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Район юлдарында балалар менән булған бәхетһеҙлек осраҡтарының дөйөм дәрәжәһен кәметеүгә ирешелде.

Юрий НИЗАМОВ, мәғариф бүлегенең баш белгесе,

Максим ВДОВИН, район ЮХХДИ дәүләт инспекторы.

Йәш инспекторҙар форумда ҡатнашты
Йәш инспекторҙар форумда ҡатнашты
Автор:
Читайте нас