Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Апрель 2023, 06:00

Автомобиль йыуған өсөн штраф?!

Дачаһы һәм автомобиле булған һәр кем өсөн яңы ҡағиҙә индерелә. Уны үтәмәүселәргә 10 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ

Автомобиль йыуған өсөн штраф?!Автомобиль йыуған өсөн штраф?!
Автомобиль йыуған өсөн штраф?!

Автомобиле һәм дача участкаһы булған Рәсәй граждандарына яңы ҡағиҙә тураһында һөйләнеләр. Яңы яуаплылыҡ дача территорияһында үҙенең автомобилен тәртипкә килтереү менән шөғөлләнеүселәр өсөн индерелә. Һәм ҡағиҙә боҙоусыларға мул ғына штраф һалынасаҡ, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Белгестәр әйтеүенсә, был өҫтәлмә хеҙмәттәргә аҡса тотонорға теләмәгәндәргә ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, күп кенә водителдәр автойыуыу хеҙмәттәренән баш тартып, автомобилен үҙаллы тәртипкә килтерә. Һәм йыш ҡына улар быны үҙенең дачаһында эшләй. Хәҙер бының өсөн штраф һалынсаҡ. Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте территорияһында автомобиль йыуған өсөн штраф суммаһы 3-5 мең һум тәшкил итә. Был шулай уҡ дачала автомобиль ремонтлауға ла ҡағыла. Әгәр йыуыу йәки ремонтлау һөҙөмтәһендә тупраҡтың бысраныуына юл ҡуйылһа, ерҙең зарарланыу кимәленә бәйле штраф күләме 10 мең һумға тиклем арта.

ejansura.ru

Автомобиль йыуған өсөн штраф?!
Автомобиль йыуған өсөн штраф?!
Автор:
Читайте нас