Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Апрель 2023, 09:14

Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!

Тәүлек эсендә республика ҡотҡарыусылары 37 ҡоро үлән янғынын һүндергән

Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!
Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!

Бөгөн Башҡортостандың дәүләт урман фондында 1-се, 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың биш районында — Архангелдә, Баҡалыла, Дыуанда, Стәрлетамаҡта һәм Туймазыла дүртенсе, йәки юғары класлы янғын хәүефе көтөлә.

«Һуңғы тәүлектә дөйөм 39,8570 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың о37  срағы теркәлгән. Бөтәһе лә һүндерелгән. 2023 йылдың башынан республика биләмәһендә бөтәһе 352 гектар майҙанда ошондай 376 янғын булған», — тип тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.     

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 апрелдән 15 майға тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Республика Башлығының тейешле бойороғо 11 апрелдә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.         

https://www.bashinform.ru

Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!
Ут аяуһыҙ! Һаҡ булайыҡ!
Автор:
Читайте нас