

Әфлисун инсульт һәм инфаркттан һаҡлай. Был уның составында калий һәм магний күп булыуы менән аңлатыла. Бынан тыш ул органик кислоталар, флавоноидтар, бик күп минералдар сығанағы ла булып тора. Өс әфлисундан бер стакан һут сыға. Ул сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Даими рәүештә эсеп торғанда, организмды шлактан таҙарта. Бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.
Әфлисунда Р витамины (ҡан тамырҙарын нығыта) менән аскорбин кислотаһы ҡан һауыуҙан һаҡлай. Был емеш цинк һәм йод, фтор һәм кобальт, фосфор һәм хлор, натрий һәм кальцийға ла бай. Составында тимер күп булыуы арҡаһында, ул анемияны булдырмаҫҡа, дауаланырға ярҙам итә.
Аллергияһы булғандарға, өс йәшкә тиклемге балаларға, диабет менән яфаланыусыларға, ашҡаҙанда сире булғандарға әфлисун һутын һаҡлыҡ менән эсергә кәңәш ителә. Уның теш эмаленә лә зыян килтереүе мөмкин. Шуға күрә лә уны ашағандан, йә һутын эскәндән һуң, тештәрҙе мотлаҡ таҙартырға, ауыҙҙы һыу менән булһа ла сайҡатырға кәрәк.
Әфлисун ҡабығынан файҙалы төнәтмә лә эшләргә була. Сөнки уның ҡабығы ла файҙалы. Уларҙы әрсегәс, ул өҫтөндә 5 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Һуңынан һыуытып, һөҙөп, тәменсә бал, шәкәр һалып болғатырға. Был ашҡаҙандың эшмәкәрлеген яҡшырта, ашау-эсеү теләген баҫа, эс күбеүгә юл ҡуймай. Әфлисун киҫәктәре араһындағы аҡ ептәр ҡан тамырҙарын нығытыуға һәләтле матдәләр бар. Шуға күрә уларҙы ташларға кәрәкмәй.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: