

Сараны Ауыл Советы ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Р. Ф. Ғимазетдинов алып барҙы. Ул махсус операция зонаһында барған хәл-торош менән таныштырғандан һуң, намыҫлы хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙға рәхмәт әйтеп, шулай уҡ һалдаттың әсәһенә лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуға ветерандар Советы рәйесе, Чечен Республикаһындағы утлы нөктәләрҙә булған Мөхтәсимов Р.Г.һәм и Афганистанда хәрби хеҙмәтен үтәгән Йосопов Ф.М., Салимов Р. М., шулай уҡ Фәтих Кәрим исемендәге мәктәптең уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты.
СВО-ла хәрби бәрелештәрҙә булған яҡташыбыҙ йыйылыусылар алдында сығыш яһаны. Ул балаларҙан алған йөкмәтле хаттар күңел йылыһы бүләк итеүен, ауылдаштары әҙерләп ебәргән маскировка селтәрҙәренең дошмандан һаҡлауын телгә алды һәм ауыр ваҡытта ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. Артабан китапханала сәй табыны артында йәнле әңгәмә дауам итте.
Рәшиҙә Латипова,
Бишбүләк районы “Вектор” Йәштәр үҙәге.