Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
18 Апрель 2023, 11:07

Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнә

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған.

Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнәБашҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнә
Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнә

2023 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияның күләме 5 мең һумға тиклем арттырыла. Ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Йыл һайын республика юғары уҡыу йорттарының — 5, колледждарҙың 20 студентына ошондай түләү тәғәйенләнә.

Быға тиклем исемле стипендияның күләме урта махсус уҡыу йорттарында  — 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум ине.

Ошо йылдар эсендәстипендияға 250-нән ашыу студент лайыҡ булған. Уларҙың уңышы Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә һәм уҡыуҙағы йәки ғилми эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштарына бәйле.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнә
Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттарға 5-әр мең һум стипендия түләнә
Автор:
Читайте нас