Милли колориттың матурлығын күрһәтербеҙ, этноның һәр саҡ модала икәнен иҫбатларбыҙ. Акцияла ҡатнашыу өсөн 17 апрелдән 20-һенә тиклем милли кейем кейеп йәки биҙәүес тағып төшкән фотоңды шәхси аккаунтҡа һалырға; #ӨфөЭтноМодала хештегын ҡуйырға кәрәк, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының матбуғат секретары Зөлфиә Ишбирҙина.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө рәсми рәүештә йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Быйыл был дата мосолмандарҙың Ураҙа байрамына бәйле күсерелде.