

Диктант тексын онлайн алымда Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов уҡыясаҡ. Диктанттың онлайн форматы БЮТ телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа, “Бәйләнештә” һәм “Телеграм-канал”да була.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, диктантты онлайн йәки офлайн-форматта яҙыу вариантын һайларға мөмкин. Акцияның онлайн форматы 2020 йылда, бөтә донъя коронавирус инфекцияһы пандемияһын кисергән мәлдә барлыҡҡа килде. Ошо йылдан башлап диктантты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша трансляциялау матур йола булып ҡала. Дүртенсе йыл инде диктанттың тура эфирын алып барған Наил Юнысов быйыл да ошо изге эште атҡарасаҡ.
- Йыл һайын диктантты йөҙәр мең ҡатнашыусы яҙа, уларҙың күпселеге – беҙҙең телеканал тамашасылары. Акция барышында тура эфирҙы, социаль селтәрҙәге трансляцияны ҡарауҙарҙың артыуын күрәбеҙ, сөнки беҙҙе донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡарарға мөмкин. Шуға күрә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төп мәғлүмәт партнеры булып тора һәм 20 апрелде түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - тине Наил Тәлғәт улы.
20 апрелдә Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай.
11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;
11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар акцияға ҡушыла;
12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ойошторола.
Диктантты өйҙә үҙаллы яҙыусылар, эште тамамлағас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 23 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем ебәрергә тейеш.
https://bashgazet.ru