Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Апрель 2023, 14:18

Мөһим сараға ҡушылдылар

Бөгөн, 20 апрелдә, Аҙнай ауылы китапханаһында “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант-2023” акцияһы үтте

Мөһим сараға ҡушылдыларМөһим сараға ҡушылдылар
Мөһим сараға ҡушылдылар

Әлеге акция 2018 йылдан башлап “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” Халыҡ-ара белем биреү акцияһы  “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты - йәмәғәтселектең башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү, башҡорт телен Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы  субъекттарында һәм сит илдәрҙә танытыу һәм популярлаштырыу тора.

Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, шулай уҡ мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡаклмаған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар был көндә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашып, туған тел буйынса үҙ белемдәрен һынап ҡараны. Диктант-2023 ҡатнашыусыларының барыһына электрон таныҡлыҡ ебәреләсәк.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. 

Мөһим сараға ҡушылдылар
Мөһим сараға ҡушылдылар
Мөһим сараға ҡушылдылар
Мөһим сараға ҡушылдылар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас