Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Апрель 2023, 05:20

Милли кейем көнө

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә.

Милли кейем көнөМилли кейем көнө
Милли кейем көнө

Төп байрам сараһы Өфөнөң «Планета» сауҙа үҙәгендә үтәсәк. Унда  Башҡортостандың төрлө халыҡтарының аутентик һәм сәхнә костюмдары урын аласаҡ. «Ағиҙел» художество кәсептәре етендән актуаль коллекция әҙерләгән. Костюмдарҙа сығыш яһау, күргәҙмә буласаҡ. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар төрлө йәшкә иҫәпләнгән төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала: «Башҡорттарҙың күкрәк биҙәүесе», «Татарҙарҙың милли баш кейеме һәм орнаменты», «Һаҡлағыс», «Сыуаш орнаментлы алҡалар һәм ике яҡлы сигеү», «Белорус сепрәк ҡурсаҡ», «Башҡорт сигеүе», «Кейеҙҙән эшләнгән изделиялар”, “Киндерҙән эшләнгән кейемдәр” һәм башҡалар.

Милли кейем көнө
Милли кейем көнө
Автор:
Читайте нас