

Бигерәк тә Әрмәнстандың Милләт-ара олимпия комитеты тик ятмай, Рәсәй спортсыларына ысын мәғәнәһендә «һунар» башланы. Спорт гимнастикаһынан Олимпия уйындары чемпионы Артур Далалоян менән конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе һәм призеры Артур Далелиянды саҡырған. Әммә тегеләр баш тартҡан. Хәҙер ул конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса әлеге Рәсәй чемпионы Аделия Петросянды үҙенә йәлеп итмәксе. Бының менән генә туҡтамай, Әрмәнстандың спорт чиновниктары башҡа өлкә спортсыларына ла мөрәжәғәт иткән.
Шулай ҙа ҡайһы берҙәре гражданлығын алмаштырырға булды. Мәҫәлән, уҙған айҙа Рәсәй боксеры, IBF һәм WBA версиялары буйынса донъя чемпионы Морат Гасиев улар яғына юлланды. Шулай уҡ футболсылар Хорен Байрамян, Аршак Корян, Артур Галоян, Эдуард Сперцян һәм Наир Тикнизян гражданлығын алмаштырғанға хәҙер һис тә үкенмәй. Ә бына киләсәккә ҙур өмөт бағлаған Арсен Захарянды ылыҡтыра алманылар.
фото: ТАСС.
https://ye102.ru