Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Апрель 2023, 04:45

100 йәшлек ветеран!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында ғүмер кисереүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөфәр Юнысовтың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгәндәр.

100 йәшлек ветеран!100 йәшлек ветеран!
100 йәшлек ветеран!

Аҡһаҡалды оло байрамы менән ҡотларға Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов килгән һәм изге теләктәрен еткергән.

1941 йылда Зөфәр Һаҙыйвәли улы үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943 йылда яралана, әммә йүнәлгәндән һуң ул кире яу яланында һуғышыуын дауам итә.

Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, тыныс тормошта ул тимер юлдарҙы тергеҙеү эшендә ҡатнаша, совхозда бригадир булып та эшләй.

Һөйөклө ҡатыны менән биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр, һәр береһенә тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар.

Олуғ ветеранға һаулыҡ, яҡындарының иғтибар-хәстәре үҙәгендә бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.

Фото: vk.соm

https://bashgazet.ru

100 йәшлек ветеран!
100 йәшлек ветеран!
Автор:
Читайте нас