Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Апрель 2023, 17:18

Уғрылар йоҡламай

Башҡортостанда металл бурҙары Уҫаҡ-Кисеү шарлауығындағы йәмәғәт бәҙрәфен урлаған.

Уғрылар йоҡламайУғрылар йоҡламай
Уғрылар йоҡламай

Бишбүләк районында билдәһеҙҙәр Уҫаҡ-Кисеү шарлауығындағы йәмәғәт бәҙрәфенең будкаһын урлаған. Был хәл тураһында «Башинформ» агентлығына хакимиәт башлығы Артур Зариповтан билдәле булды. Социаль селтәрҙә ул райондың иң күркәм булыуын һәм күргәндәренән кәйефе ҡырылыуын хәбәр иткән.

«Тағы  бер тапҡыр еребеҙҙең иҫ киткес гүзәллегенә инандым. Ғәжәйеп урын! Тулы һыулы шарлауыҡ район ҡунаҡтарын көтә. Ләкин бер нәмә күңелде ҡыра. Кемдер бар көсөн һалып тырыша, ә икенселәр нисек тә булһа байып ҡалыу яғын ҡарай. Шарлауыҡ биләмәһендәге ҙур металл бәҙрәфте урлап алып киткәндәр. Был металл бурҙарының ғына эше»,  — тип яҙған хакимиәт башлығы.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас