Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
25 Апреля 2023, 07:22

Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин

Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата

Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкинКем тәрбиәгә бала алырға мөмкин
Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин

Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата

Балиғ булған һәм эшкә һәләтле кешеләр генә тәрбиәгә бала алыу мөмкинлегенә эйә. Улар ир һәм ҡатын, шулай уҡ бер баланы йәки балаларҙы үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләгән яңғыҙ кеше лә булыуы мөмкин. Бының өсөн түләүле нигеҙҙә баланың опекуны йәки попечителе булырға, йәғни опека һәм попечителлек органы менән тәрбиәгә бала алыу тураһында килешеү төҙөргә кәрәк.

Үҙ-ара никахта тормаған кешеләр бер үк баланы тәрбиәгә ала алмай.

Кемдәр тәрбиәгә бала алыу хоҡуғына эйә түгел:
- ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр
- алкоголизм йәки наркомания менән сирлеләр
- опекун (попечитель) вазифаһын башҡарыуҙан ситләтелгән һәм, баланы уллыҡҡа алыу уларҙың ғәйебе менән юҡҡа сығарылған булһа, элек баланы уллыҡҡа алыусылар
- кешенең ғүмеренә, һаулығына, намыҫына, енси тейелгеһеҙлегенә ҡаршы енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр йәки енәйәт эше ҡуҙғатылғандар
- ауыр йәки айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм язаһы бөтмәгән кешеләр
- опекаға бала алыу мөмкинлеге бирмәгән сир менән яфаланғандар
- тәрбиәгә бала алыу йәһәтенән әҙерлек үтмәгән кешеләр (яҡын туғандарынан, шулай уҡ уллыҡҡа бала алыу йәки тәрбиәләү тәжрибәһе булған кешеләрҙән тыш)
- икенсе илдә бер енесле никах теркәп, бергә йәшәгәндәр
- никахта тормаған бер енесле никах рөхсәт ителгән дәүләт граждандары

Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт - РФ Ғаилә кодексының 146-сы статьяһы «Балаларҙың опекундары (попечителдәре)» https://vk.cc/cnsWWH

Өҫтәмә мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса Башҡортостандың опека һәм попечителлек органдарында алырға мөмкин: https://vk.cc/chDASf

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

https://vk.com/anlatabiz102

Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин
Кем тәрбиәгә бала алырға мөмкин
Автор:
Читайте нас