Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
25 Апрель 2023, 11:57

Мең ырыуы башҡорттары йыйыны

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Мең ырыуы башҡорттарының 5-се съезы үтте.

Мең ырыуы башҡорттары йыйыныМең ырыуы башҡорттары йыйыны
Мең ырыуы башҡорттары йыйыны

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан уҙғарылған Ырыуҙар йыйынын милләттәштәребеҙ көтөп ала. 24 апрелдә Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресс-холында Мең ырыуы башҡорттарының 5-се съезы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалимдар, мең ырыуы вәкилдәре  ҡатнашты. Был мөһим сараға беҙҙең райондан 10 делегат барҙы.

Тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Башҡорт халҡының ҡырҡтан ашыу ырыуы бар, уларҙың араһында иң ҙурҙарының береһе —меңдәр. Бөгөн был ҡәүем кешеләре Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә, Әлшәй һәм Өфө районында йәшәй.

Был мәртәбәле йыйын, ғәҙәттәгесә, “Башҡортостан” гимнын аяғүрә баҫып тыңлау менән башланды. Был юлы иһә залдағылар яңыраҡ ижад ителгән мең ырыуы гимнын да тыңланы (Ф.В.Байкова һүҙҙәре, Ф.Ф.Иҙрисов музыкаһы).

Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Юлдаш Йосопов сәләмләп үткәндән һуң, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов йыйынды асып, ырыуҙаштарына мөрәжәғәт итте:

- Билдәле булыуынса, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тыуған еребеҙгә һәм халҡыбыҙға хәүеф янағанда, ҙур йыйын йыйып, тейешле ҡарарҙар ҡабул иткән. Беҙ ҙә, ошо йолаға тоғро ҡалып, кәңәшләшеү, булған прооблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү өсөн бында йыйылдыҡ, - тине Әхнәф Дәүләтйәр улы.

Мең ырыуы съезы барышында президиум ултырышы үтте. Унда билдәле тарихсы-ғалимдар Ф.С. Фәйзуллин, С,И. Хәмиҙуллин, Р.Р.Аҫылғужин, Р.З.Шәкүров (Шәкүр), Р.Ә.Солтангәрәева, Р.Н.Зинуров ҡатнашты. Улар мең ырыуы тарихына һәм мәҙәниәтенә байҡау яһаны. Заманында тәүгеләрҙән булып Рус дәүләтенә ҡушылған меңдәрҙең килеп сығышы, ырыу-ара бүленеше, диалекттар кеүек темалар яҡтыртылды.  

Бындай саралар халҡыбыҙҙың тарихи тамырҙарын тергеҙеүгә, нәҫелен нығытыуға, үҙаңын уятыуға баһалап бөткөһөҙ йоғонто яһай. Сәсәниә Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәеваның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

- Беҙҙең “Урал батыр” ҡобайырыбыҙ бар, уны һәр кем белергә тейеш, ерҙе һаҡлау, изгеләребеҙҙе хөрмәтләү - һәр кемдең изге бурысы. Беҙҙең төбәккә килеүселәрҙе “Мең ырыуы” тигән яҙыулы бағана биҙәһә яҡшы булыр ине, шулай уҡ ниңә беҙгә “ҫ” өнөнә бәйле диктант яҙмаҫҡа,- тип, милләттәштәренә үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе ул.

Был йыйында меңлеләрҙе генә түгел, бөтә башҡорт халҡын борсоған көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләшеү булды.  Атап әйткәндә, милли мәғариф, демография, экология һ.б. тураһында һүҙ алып барылды. Шулай уҡ уставҡа үҙгәрештәр индереү, “мең ырыуы”төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советына яңы кандидаттар һайлау тәҡдиме индерелде. Райондарҙан  килгән делегаттар ҙа төрлө проблемалар хаҡында һөйләне , мәҫәлән, Башҡортостандағы иң ҙур күлдәрҙең береһе – Асылыкүлгә бәйле экологик проблема, йәштәрҙе ҡоролтай эшенә күберәк йәлеп итеү, шулай уҡ дин мәсьәләләре...

Сығыштарҙың һуңында, яҡташыбыҙ, ойошма рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов “Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Советының эш алымдары һәм проблемалары” тигән доклад менән сығыш яһаны. Ул ҡоролтай эше ниндәй райондарҙа әүҙем барыуын, ә ҡайҙалыр һүлпән булыуын телгә алды. 

Тәнәфес мәлендә делегаттар һәм ҡунаҡтар күргәҙмәләрҙе ҡараны. Халҡыбыҙҙың үҙ тамырын, ырыуын белергә ынтылыуы тап ошондай сараларҙа күренәлер, моғайын. Бында ла үҙенсәлекле этнографик материалдар, шәжәрәләр ҡуйылғайны, мәҫәлән, Ҡәнзәфәр бейҙең, Б.Имашевтың шәжәрәһе урын алғайны, ә инде Ҡәнзәфәр бейҙең портреты янында фотоға төшөргә теләүселәр һис тә кәмемәне.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары. 

Мәҡәләне тулыһынса “Яҡты юлдан” гәзитенән уҡығыҙ. 

Мең ырыуы башҡорттары йыйыны
Мең ырыуы башҡорттары йыйыны
Мең ырыуы башҡорттары йыйыны
Мең ырыуы башҡорттары йыйыны
Автор:Гумерова Л
Читайте нас