Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Апрель 2023, 06:31

Башҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәк

Был хаҡта Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәкБашҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәк
Башҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәк

Башҡортостан Башлығының «Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указ указын үтәү маҡсатында Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһы һәм Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уның исемен йөрөтә башлай.

Бынан алдараҡ Күгәрсен районының элекке башлығы Венир Аҙнағолов «Башинформ»ға комментарий биргәйне:

«Үҫеп килгән быуын хаҡында ла онотмауҙары бик ҡыуаныслы. Указға ярашлы, Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Башҡорт гимназияһына Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә. Беҙ — Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡташтары, районыбыҙҙан шундай бөйөк етәксе сығыуы менән ғорурланабыҙ. Был гимназияны уның ярҙамы менән төҙөнөк, мин ул саҡта район хакимиәте башлығы булып эшләй инем».

https://www.bashinform.ru

Башҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәк
Башҡортостандағы ике гимназия Мортаза Рәхимовтың исемен йөрөтәсәк
Автор:
Читайте нас