

Свердловск өлкәһенең Таежный һәм Сосьва ҡасабаларында сыҡҡан ҙур янғындарҙа 134 йорт, шулай уҡ 8 дача, хужалыҡ ҡаралтылары һәм магазин янып бөткән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.
Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. 1200 йортто уттан ҡотҡарып ҡалғандар. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән. Бының өсөн 380-нән ашыу белгес һәм 112 берәмек техника йәлеп ителгән.
Зыян күреүселәргә ярҙам итеү һәм эште координациялау өсөн өлкәгә Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Илья Денисов етәкселегендәге оператив төркөм килгән.