

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә махсус хәрби операция барышында, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, дошмандың БТР-ын баҫып алып, әсир менән ҡыуып алып киткән Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап хат ебәрелгән. Яңыраҡ хатҡа яуап килгән. Хат Фәнис Хөсәйеновтың “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәһендә баҫылған.
“Ф. А. Хөсәйеновҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы һорауығыҙ буйынса түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ:
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Хәрби комиссариаты Рәсәй Оборона министрлығына Ф.А. Хөсәйеновтың “Барс -17” ирекмәндәр отряды составында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һорап мөрәжәғәт әҙерләй. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 йәшлек ирекмән сентябрҙә махсус заданиеға сығып, ете кеше ултырған дошман бронетранспортеры менән бәрелешкән. "Фәнис икәүҙе юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡасып китә. Әсир менән БТР-ҙы союздаш ғәскәрҙәр яғына алып сыға", - тип хәбәр иттеләр ул саҡта Тәтешле районы хакимиәтендә.
Ә инде ике көндән Фәнис, яраланған иптәшен емерелгән бинанан алып сыҡҡас, йәнә оло хөрмәткә өлгәшә. Тағы бер тәүлектән ул яралы генерал-майорҙы ҡотҡара, уны дошмандар яғынан алып сыҡҡан БТР-ҙа госпиталгә алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнис Хөсәйенов хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Ысынлап та, Тәтешленең батыр һәм тәүәккәл улы һис шикһеҙ оло исемгә лайыҡ. Батыр үлһә лә, даны ҡала, тип юҡҡа әйтелмәйҙер халыҡ мәҡәлендә лә.
Фото һәм сығанаҡ:
https://bashgazet.ru