

Тейешле ҡарар Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, республика олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпиондарына айына 30 000 һум стипендия түләй. Көмөш миҙал өсөн иһә ай һайын 25 мең һум. Өсөнсө урын өсөн 20 мең һум түләнергә тейеш.
Еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән тренерҙарға бер иң юғары һөҙөмтә өсөн халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусының стипендияһы күләменән 50% түләнә.
Стипендия ғүмерлеккә тәғәйенләнә.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары еңеүселәре өсөн стипендиялар булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.