Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
28 Апреля 2023, 09:24

Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!

«Елкән» спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренеры Петр Николаев тәрбиәләнеүселәренең сираттағы уңыштары тураһында һөйләй.

Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!
Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!

- Башта беҙҙең ике перспективалы йүгереүсе ҡыҙҙың март аҙағында Кисловодск ҡалаһында уҙған еңел атлетика кроссы буйынса Рәсәй Кубогында hәм Беренселегендә лайыҡлы сығыш һҙөмтәләре менән уртаҡлашаһым килә — ти Петр Георгиевич. — Республика йыйылма  командаһы составында «Елкән» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ольга Капитонова менән Кристина Николаева сығыш яһаны. Призлыурындар өсөн Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 70-тән ашыу яң яҡшы спортсылар көрәште. Тренер һөйләүенсә, ҡыҙҙарҙы 1000 метр дистанцияға йүгереүҙә дүрт командаға бүлгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡыҙҙар  беренсе командаға эләккән, унда һуңынан асыҡланыуынса, иң көслө йүгереүселәр сығыш яһамаған. Кристина Николаева төп төркөмдән ҙур айырма менән hәм бер ниндәй көрәшһеҙ ғорур яңғыҙлыҡта финишка килә. Барлыҡ уҙыштарҙан һуң уның һөҙөмтәһе 14, ә Ольга Капитонованыкы — 23 була. Ләкин был үҙ йәш  категорияһында Башҡортостан йыйылма командаһынан башҡа ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләр булған.

— 15 апрелдә Бишбүләк ҡыҙҙары Туймазы ҡалаһында уҙған ҙур төбәк-ара еңел атлетика ярыштарында ысын триумф ойошторҙо, — тип дауам итә Петр Николаев. — Шоссе буйынса кросс йүгерешендә төрлө дистанцияларҙа республика, Ырымбур өлкәһеннән hәм Татарстан Республикаһынан спортсылар hәм көслө йүгереүселәр ҡатнашты. 2006 — 2007 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар араһында 2500 метр дистанцияла «Елкән» спорт мәктәбе 3-сө урынды яулаған спортсылары Маргарита Николаева hәм көмөш призер булған Ольга Капитонова бик яҡшы сығыш яһаны. Алтын миҙал Кристина Николаеваның күкрәген биҙәне. Шулай итеп бөтә пьедестал беҙҙеке булды! Мария Макеева 5-се урынды алды.

Тренер Петр Николаев 21 — 22 апрелдә Туймазы ҡалаһындағы еңел атлетика буйынса республика ярыштарына барыуҙың яҡшы һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ҡыҫҡаһы, Бишбүләк ҡыҙҙары Туймазы ҡалаһының «Спартак» стадионында бер аҙна элек булған һөҙөмтәне ҡабатланы. Шул уҡ составта 1500 метр дистанцияла барлыҡ мактау пьедесталы яңынан бишбүләктәрҙеке булды. Өҫтәүенә, 800 метр дистанцияла Кристина Николаева 2-се алтын миҙал яулаған. 3000 метр дистанцияла Кристина Капитонова менән Маргарита Николаева призер булды. Тренерға hәм уның тәрбиәләнеүселәренә артбан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Владимир СМОЛОВ.

Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!
Беҙҙекеләр - еңеүселәр иҫәбендә!
Автор:
Читайте нас