Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
28 Апрель 2023, 06:51

Етемдәргә байрам ойошторған

СВО-лағы һалдат Бәләбәйҙәге балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе һыйлаған.    

Етемдәргә байрам ойошторғанЕтемдәргә байрам ойошторған
Етемдәргә байрам ойошторған

Ҡалалағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ошо учреждениела үҫкән, хәҙер инде контракт буйынса хеҙмәт иткән Радмир исемле егеткә хат яҙған. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең йәшәү шарттары, шөғөлдәре тураһында бәйән иткән, һалдатҡа иң изге теләктәрен еткергән. Хаттарҙы уҡып, күңеле тулған Радмирҙың балаларға изгелек ҡылыу теләге уянған.

Яҡташыбыҙ Ураҙа байрамында балалар өсөн татлы байрам ойошторған – «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр хәрәкәтендәге дуҫтарына аҡса күсергән, ә улар бәлештәр һәм туңдырма һатып алып һыйлаған.

Әйткәндәй, Радмир дүрт йәшенән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Ул баҫалҡы, оялсан һәм эшһөйәр, ярҙамсыл малай булып үҫкән. Урындағы училищела, һуңынан педагогия колледжында уҡыған. Үҙенең тәрбиәсеһе Рита Дәүләтшина менән һаман бәйләнешен өҙмәй. Радмир йыл һайын уға 8 Март һәм Әсә көнө уңайынан сәскәләр бүләк итә.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Етемдәргә байрам ойошторған
Етемдәргә байрам ойошторған
Автор:
Читайте нас