

Быйыл апрель айында Игорға 50 йәш тулған булыр ине. 27 йыл буйы ата-әсәһе ғүмере бик иртә өҙөлгән тәүге балалары өсөн күҙ йәше түгә. Улар күп ваҡыттарын hәм көстәрен Ватанды яҡлаусы тураһында яҡшы иҫтәлектәрҙе һаҡлау тураһында изге эшкә бағышлай.
Николаевтар, хәрби бурысын үтәгәндә hәләк булған һуғыш хәкәрәкәттәре ветераны ғаиләһе ағзалары булараҡ, районда hәм республикала үҫеп килеүсе быуын hәм йәмәғәтселек менән үткәрелгән күп кенә патриотик сараларҙа ҡатнаша. Минеңсә, бындай осрашыуҙарҙан һуң ата-әсәһенең йөрәге бер аҙ тынысланып ҡала торғандыр, йөҙҙәре улдарының батырлығы онотолмауын аңлауҙан шатлыҡтан балҡыйҙыр! Ә хәтерләһәләр, геройҙар иҫән! Шуға күрә Игорҙең ата-әсәһе Зинаида Николаевна менән Дорофей Федоровичты hәр ваҡыт 2-се урта мәктәпкә саҡырабыҙ, унда Игорға бәйле иҫтәлекле урындар күп. Ғаилә тырышлығы менән мәктәп алдында Игорь Николаевҡа арналған таҡтаташ урынлаштырылды. Пионер дружинаһы Игорь Николаев исемен йөрөтә hәм уҡыусылар уҡыуҙағы hәм ижтимағи уңыштарын hәләк булған хәрби офицер иҫтәлегенә бағышлай. Мәктәп музейында «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» бүлегендә тулы бер экспозиция булдырылды. Бында геройҙың партаһы йыһазландырылған, уның артында ултырырға hәм шәхси әйберҙәр, Игорҙең бала сағы, йәшлеге hәм мәктәп йылдары тураһында һөйләүсе ысын яҙма документтар менән танышырга мөмкин. Һуғыш ҡырында башын һалған яугир исеме мәңгеләштереү буйынса ҙур материал айырым китап баҫтырыуға лайыҡ. Музейҙа экскурсия барышында мәктәпте тамамлаусы Игорь Николаевтың тормошо һәм хәрби батырлығы менән танышып, йыш ҡына изге бурысын намыҫ менән үтәгән һуғышсыға бағышланған шиғырҙарҙы тыңлайҙар.
Һәр йыл һайын апрель айында мәктәптә Игорь Николаевты иҫкә алыу көнө үткәрелә. Геройҙың туғандарын hәм яҡындарын саҡырып, уҡыусылар почетлы ҡарауылда тороп, видео- hәм фотоматерилдар ҡарап үткәрелгән, район тарихи-этнография музейы тәҡдим иткән шәхси әйберҙәр күргәҙмәһе менән был дөйөм сара һис кемде лә битараф ҡалдырмай. Иҫтәлектәр беҙҙе ысын патриот, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең батыр офицеры Игорь Дорофеевич Николаев шәхесенең формалашыу башлауына ҡайтара.
Бала саҡтан уҡ ул үҙ һүҙендә тороусы, тырыш, физик яҡтан сыҙамлы,белемгә ынтылыуы, ғәҙел һәм hәр кемгә ярҙам итeргә әҙер тороуы менән айырылып тора. Класташтары Игорҙең бик аралашыусан кеше, иҫ киткес иптәш, тоғро дуҫ булыуын иҫкә ала. Ә уҡытыусылар айырым ҡыҙыҡһыныусанлығы, барлыҡ эштәрҙә әүҙем булыуын билдәләйҙәр. Бала саҡтан уҡ Игорь ысын һуғышсы булырға хыяллана hәм шуға әҙерләнә. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, маҡсатлы егет Свердловск ҡалаһының юғары хәрби танк-артиллерия училищеһына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡыу бер көн кеүек үтеп китә. Лейтенант Николаев Мәскәү хәрби округына, атаҡлы Тамань дивизияһында миномет батареяһының разведка начальнигы итеп билдәләнә.
Ҙур уңыштары өсөн Игорь баш ҡаланың Ҡыҙыл майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йылығына бағышланған хәрби парадта ҡатнашыуға ирешә. 1996 йылдың февралендә Николаев ҡаҙаҡ батареяһы командиры итеп билдәләнә hәм хөкүмәт заданиеһын үтәү өсөн Чечняға ебәрелә. Һуғышсан заданиены үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Игорь дәүләт бүләгенә, Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн миҙалы һәм гвардия өлкән лейтенанты исеменә тәҡдим ителә. Әммә бүләкте ала алмай, сөнки яңынан үҙ теләге менән, хеҙмәт командировкаһына китә. Ул Чечен ерендә тыныслыҡ урынлаштырыуҙа бик ярҙам итeргә теләгән!
Ул һуғыш походына әҙерләнә, үҙенең полкташ дуҫтары тураһында документаль фильм төшөрөү тураһында хыял- лана. Һуғыш бәрелештәре араһында төшөрөлгән видео-фильм бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Беҙ Игорҙы hәм уның һуғышсан иптәштәрен ҡыҫҡа ваҡытлы минуттарҙа күрәбеҙ, улар ниндәй шат кyңелле, йәш, йәшәргә һәм бар нәмәгә шатланырға теләй! Иҫән-һау туғандары hәм яҡындары: әсәһе һәм атаһы, ҡатыны hәм бәләкәй улы янына ҡайтырға хыяллана! Ләкин ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул үлемесле яралана һәм 1996 йылдың 26 августында вафат була.
Николаевтарҙың район үҙәгендә йәшәүселәр араһында абруйы ҙур. Зинаида Николаевна бар ғүмере буйына район халҡын куллану товарлары белeн тeэмин итy эшенe багышлый, профессиональлеге heм ирешкeн уnышлары oчен аnа «РФныn атказанган сeyдe хезмeткeре» дигeн мактаулы исем бирелe. Игорҙың атаһы, Дорофей Федорович, 20 йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй hәм өс дәрәжәләге «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Ул шундай ғаиләлә, шундай ғаилә ҡимәттәре менән ысын һаҡлаусы булып үҫә һәм тәрбиәләнә, ул беҙҙең мәктәптең ғорурлығына әүерелде.
«Ул ниндәй егет ине!» — 2 һанлы урта мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы ЛенаАлександрова 2000 йылда яҙған шиғырын шулай тип атаны. Беҙ hәр ваҡыт үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлаусыларҙың исемдәрен иҫтә тотасаҡбыҙ hәм улар менән hәр ваҡытта ла ғорурланасаҡбыҙ!
Елена АНДРЕЕВА ,
Бишбүләк ауылы 2–се урта мәктәбенең мәктәп музейы етәксеһе.
Фото шәхси архивтан.