Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Апрель 2023, 06:19

Улар һәр ваҡыт һаҡта

Бишбүләк ауылының 68-се янғын-ҡотҡарыу бүлегенең шәхси составы үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.  

Улар һәр ваҡыт һаҡтаУлар һәр ваҡыт һаҡта
Улар һәр ваҡыт һаҡта

Үҙҙәренең һөнәри байрамын  Бишбүләк ауылының янғын-ҡотҡарыу отряды 68-се янғын-ҡотҡарыу бүлегенең шәхси составы Бишбүләк ауылын hәм Бишбүләк районын һаҡлау буйынса күләмле эштәр башҡара. 

Һуңғы биш йылда район территорияһында янғындар һаны кәмеү тенденцияһы барлыҡҡа килде, йылына 50-гә яҡын янғын күҙәтелә. Уҙған йылда - 56 янғын, 2021 йылда 61 булды, янғындарҙа кешеләр һәләк булманы. Быйыл бер кеше алған тән йәрәхәтәренән һәләк булды. Уҙған йылда уттан зыян биш миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Кешеләрҙең үлеме менән бәйле яғгындарҙың төп сәбәбе — иҫерек хәлдә тәмәке тартыу ваҡытында ут менән һаҡһыҙ эш итеү hәм яныу әбҙерҙәре менән ағыуланыу тора. Янғындарҙың төп сәбәбе электр йыһаздарын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, тәмәке  тартҡанда һаҡһыҙлыҡ.

Уҙған йылда беҙҙең дежур карауылсылары янғын һүндереү  өсөн 35тапҡырҙан ашыусаҡыуға барҙы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйына ЮХХДИ-ҙән саҡырыу алып, дүрт юл-транспорт hәләкәтенең һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Шәхси составы бүлексәһе йыл һайын янғын һүндергәндә төп эш күрһәткестәрен — беренсе янғын бүлексәһенең килеп етеү ваҡытын, янғындарҙы локальләштереү һәм асыҡ утты һүндереү ваҡытын яҡшыртырға ынтыла. Район территорияһында 12 ирекле янғын күҙәтеүсеһебүлексәһе булдырылған. Ирекле янғын һүндереүселәрҙe өс һәм биш ҡулайлаштырылған янғын һүндереү автомобиле, янғын һүндереү өсөн дүрт ЛКТ-4П тағылмалы һауыт бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, райондың барлыҡ ирекле янғын һүндереү командалары ла тәүлек әйләнәһенә янғын  һүндереү деполарында дежур тормай, шоферҙар өйҙә дежур тора, тимәк, уларҙың саҡырыу урынына килеү ваҡыты арта. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан торак пунктарға беренсе булып саҡырыу урынына килеүсе ауыл биләмәләренең ирекле шоферҙарын билдәләп yүтәһем килә: Әхмәйәнов Радик Рауил улы (Айыт ауыл Советы), Петров Олег Николаевич (Ҡушйылға ауыл Советы), Шишкин Василий Федорович (Каменка ауыл Советы), Григорьев Игорь Васильевич (Михайловка авыл Советы), Әхмәҙуллин Илгиз Әнүәр улы, Саниев Марат Рифәҡт улы, Әхмәҙуллин Радик Әнүәр улы (Калинин ауыл Советы), Төхвәтуллин Самат Флyр улы (Дим ауыл Советы), Әхмәтшин Илhам Ришат улы (Бикҡол ауыл Советы), Власов Федор Иванович (Баҙлыҡ ауыл Советы), Родионов Андрей Николаевич (Ерекле ауыл Советы), Яхин Римат Рифәт улы (Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы), Вдовин Вдладимир Владимирович(Сухоречка ауыл Советы), Ғәтиәтуллин Фоат Минегәрәй улы (Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы).

Байрам алдынан яҡшы күрһәткестәргә ирешкән часть хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтке килә: часть начальнигы урынбаҫары И.Б. Маликов, ҡарауыл начальниктары А.В. Семенов, Ю.З. Давыдов, Н.Е. Данилов, бүлек командирҙары Ф.Ф. Харисов, Р.Р. Ғабдрахманов, А.И. Макаров, Е.О. Игнатьев, янғын һүндереүселәр И.Р. Бакиев, В.Р. Иванов, А.Г. Митрофанов, И.А. Родионов, янғын һүндереү автомобилдәр йөрөтөүселәр Д.М. Яковлев, Р.Ф. Фәсхиев, А.В. Илларионов, Д.П. Петров, янғын һүндереү элемтәһе диспетчерҙары М.Ю. Сафронова, Т.П. Петрова, Ф.А. Бикмәтова, И.Г. Иванова.

Сергей ТЕРЕНТЬЕВ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы БР бйынса идараһының 16 бүлеге 6 5 часте начальнигы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитенән уҡығыҙ.

Улар һәр ваҡыт һаҡта
Улар һәр ваҡыт һаҡта
Автор:
Читайте нас