Дим буйҙары
+28 °С
Облачно

Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде

Экоакцияла ҡатнашыусылар алты йүкә ултыртҡан, уларҙың һәр береһенең бейеклеге — алты метрҙан ашыуыраҡ

Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килдеӨфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Комсомол урамында яңы йәмәғәт киңлегенә нигеҙ һалынды, тип хәбәр ителә Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Ағас ултыртыуҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Салауат Хөсәйенов, Эдуард Сәйетбатталов, Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Виктор Гурьев, «Асыҡ спорт» төбәк партия проекты координаторы Фәрит Ғиндуллин ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы иғлан иткән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылында яңы аллеяға изге ғәмәлдәр проекты менән ауаздаш символик исем һайланылар. «Башинформ» яҙғанса, «Атайсал» проекты 2022 йылда Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланып киткәйне.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Автор:
Читайте нас