Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Лоторея хужаларын эҙләйҙәр

Дәүләт лотереялары бренды "Милли лотерея" быйыл "Мечталлион" тиражында 1 млн һумнан ашыу аҡса отҡан, әммә улар аҡса алмаған. 

Лоторея хужаларын эҙләйҙәрЛоторея хужаларын эҙләйҙәр
Лоторея хужаларын эҙләйҙәр
"Әгәр билет телефон номерына бәйләнгән икән, еңеүсегә СМС-хәбәр ебәрелә. ҙШул уҡ ваҡытта беҙҙең хеҙмәткәрҙәр миллионерҙарға шылтырата һәм аҡсаны нисек алырға икәнен аңлата. Әгәр билет номерға бәйләнмәгән икән, бәхетлеләрҙең беҙҙең менән бйләнешкә инеүен көтөргә генә ҡала», — тип аңлаталар «Милли лотерея» матбуғат хеҙмәтендә.

Барлыҡ билеттар ҙа Рәсәй Почтаһы бүлексәләренән һатып алынған. Береһе - Өфөлә 2022 йылдың 13 декабрендә Аксаков урамындағы почта бүлексыһендә, икенсеһе уҙған йылдың 31 декабрендә Ишембайҙа Губкин урамындағы 50-се йортта.

"Без ееүселәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Әгәр ҙә кемдер һеҙгә лотерея билеты бирһә йәки үҙегеҙ һатып алып онотһағыҙ, уны табығыҙ һәм тикшерегеҙ. Бәлки нәҡ бына һеҙ миллионер булып киткәнһеҙҙер һәм был хаҡта әле белмәйһеҙҙер", — тиҙәр матбуғат хеҙмәтендә.

Миллионды алырға отош һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң ете ай эсендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Мәҫәлән, Яңы йыл уйынында еңеүселәр 2023 йылдың 31 июленән дә һуңға ҡалмайынса бәхетле билетты күрһәтергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа Башҡортостан Иҙел буйы федераль округында лотерея миллионерҙары һаны буйынса беренсе булды. Ул ваҡытта 1 млн һумды төбәктең бер юлы 10 кешеһе отҡайны. Мартта Стәрлетамаҡтан тағын бер кеше почта бүлексәһенән лотерея билеты һатып алып, 1 млн һум аҡса отҡан.

Башинформ
Лоторея хужаларын эҙләйҙәр
Лоторея хужаларын эҙләйҙәр
Автор:
Читайте нас