Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Почтальонды дрон алмаштыра?!

Быйыл Рәсәйҙә дронопорт-почтамат эшләй башлауы ихтимал. Пилотһыҙ осоу аппараты хат-посылкаларҙы, документтарҙы адресатҡа кешеһеҙ генә ташыясаҡ.  

Почтальонды дрон алмаштыра?!Почтальонды дрон алмаштыра?!
Почтальонды дрон алмаштыра?!

"Русдронопорт" ойошмаһының генераль директоры Николай Ряшин белдереүенсә, айырыуса төпкөл төбәктәргә дрон ебәреү уңайлы буласаҡ.

 "ЭРИ" тип аталған дронопорт-почтамат посылка-хаттарҙы үҙе тейәй, үҙе ташый. Бик ҙур ҙа түгел: өс квадрат метр майҙанды биләй, 20 градус һыуыҡтан 45 градус эҫегә тиклем бер өҙөклөкһөҙ эшләй ала. Дронға биш килограмм ауырлыҡтағы йөк һыя, йөрөү, йәғни осоу тиҙлеге – сәғәтенә 60 саҡрым.

https://ye102.ru

Почтальонды дрон алмаштыра?!
Почтальонды дрон алмаштыра?!
Автор:
Читайте нас