Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Бәпембәнән ҡайнатма

Әле ялан-ҡырҙарҙа бәпембәнең гөрләп сәскә атҡан сағы. Тап ошо мәлдә унан ҡайнатма эшләү өсөн иң ҡулай ваҡыт.

Бәпембәнән ҡайнатмаБәпембәнән ҡайнатма
Бәпембәнән ҡайнатма
200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк.
Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ.
Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан 2 ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡапларға ғына ҡала.
 
Сығанаҡ һәм фото:toratau.ru
Бәпембәнән ҡайнатма
Бәпембәнән ҡайнатма
Автор:
Читайте нас