Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Тормош һөйөүсәнлек менән айырылып торалар

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан хеҙмәт ветерандары Ким Ғимай улы Хафизов hәм Гөлбаян Даминдар ҡыҙы Солтановтар 60 йыл бергә йәшәй һәм әүҙем тормош алып бара

Тормош һөйөүсәнлек менән айырылып тораларТормош һөйөүсәнлек менән айырылып торалар
Тормош һөйөүсәнлек менән айырылып торалар

Бөгөнгө көндә Йылбулактамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауылда өлкән йәштәге «һуғыш балалары» булған 45 кеше йәшәй. Улар араһында бер пар айырылып тора, улар 60 йыл бергә ғүмер кисерә, әммә элеккесә хөрмәт һәм, әлбиттә, тирә-йүндәге ысынбарлыҡҡа ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарын һаҡлап ҡалғандар.. Был — Хафизовтар ғаиләһе.

— Ҡатыным Гөлбаян Солтанова хеҙмәт юлын 1956 йылда тыуған ауылы Бикҡколда башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлаған. Беҙ 1962 йылда өйләнештек. Ул үҙенең ҡыҙ фамилияһын хеҙмәт кенәгәһендә үҙгәртмәне. Оҙаҡ ваҡыт уҡытыусы булып эшләне,

 Ә хаҡлы ялға сыҡҡансы, ун йылға яҡын Йылбулаҡтамаҡ ауылының «Күбәләк» балалар баҡсаһы мөдире булды. Шулай итеп, Солтанова булып ҡалды. Совет осоронда педагогик хеҙмeткәрҙәре араһында был ғәҙәти күренеш ине, - тип һөйләй Ким Ғимай улы, ғаилә архивынан фотолар һәм Мактау грамоталары алып. — Шулай ҙа беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Без бер йылғы: беҙгә 84 йәш. Икебеҙҙең дә атайҙар бер үк йәштә, йәғни 29-ҙа Бөйөк Ватан һуғышында hәләк була. Һәм беҙгә атай наҙын белмәйенсә үҫергә тура килде. Ләкин беҙ һынманыҡ, ныҡ

булып ҡалдыҡ. Беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ: Иролия hәм Эльвира, шулай уҡ улыбыҙ Альмир бар. Улар барыһы ла үҙ ғаиләләре менән йәшәй hәм беҙгә алты ейән һәм биш бүләсәр бүләк итте. Бер бүлмәнең стеналарын беҙ иң яратҡан ғәзидәребеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың фотолары белeн биҙәнек. Йорттоң аралашыусан hәм ҡунаҡсыл хужаһы Ким Хафизов ҡыҫҡаса үҙенең хезмәт биографияһы менән уртаҡлаша. Йәшлегендә ул өс йыл Байкал аръяғында инженер-төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә hәм армия хеҙмәттәштәре менән Себерҙы уран рудаһын эшкeртеү заводын төҙөй. Армиянан һуң биш йыл тыуған  колхозында хисапсы hәм диспетчер булып эшләй. Бала саҡтан уҡ гармун hәм баян уйнай белеүе арҡаһында ул 17 йыл урындағы ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Ауылдың һәүәҫкәр артистары менән республика буйлап күп кенә ерҙә сығыш яһарға тура килә.

Өйҙөң түрендә, уңайлы итеп йыһазландырылған залда баян урын алып тора. Унан һуң әңгәмәсе 12 йыл дауамында бригадир була. Колхозда hәр ваҡыт намыҫ менән эшләй, колхоздың биш рәйесен алыштыра. Пенсияға сыҡҡансы, ул ремонт бригадаһын етәкләй. Ун ел колхоз идараһы, ревизия комиссияһы ағзаһы була.

— Бына инде ун биш йылдан ашыу Йылбулаҡтамаҡ hәм Туҡай ауылдары Ветерандары советы рәйесе булып торам, — ти Ким Ғимай улы. — Ветерандар менән ауыл биләмәһенең барлыҡ ижтимағи эштәрендә ҡатнашырға тырышабыҙ, урамдарҙы, йорт тирәләрен, ауыл зиратын, соҡорҙарҙы hәм Дим ярҙарын таҙартыу буйынса өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Беҙ hәр ваҡыт тиҙ ҡуҙғалабыҙ, шуға күрә  бер нәмәнән дә баш тартмайбыҙ. Йыш ҡына педагогтар саҡырыуы  буйынса үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү проблемаларына ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр буйынса урындағы урта мәктәптe кластан тыш сараларҙа ҡатнашабыҙ. Ауыл биләмәләһенең төрлө мәҙәни сараларында ла сығыш яһайбыҙ.

Баян уйнауымды дауам итәм, был минуттарҙа ысын күңелдән ял итәм. Беҙҙең 54 сутый баҡсабыҙ бар, унда йәшелсә hәм баҡса культуралары үҫтерәбеҙ. Йорт хужалығында һарыҡтар ҙа, тауыҡтар ҙа, шулай уҡ мини-умарталығыбыҙ ҙа бар. Бал ҡорттарына яҙғы ревизия үткәрелде. Әлбиттe, пенсия ла етeрлек. Ләкин бала саҡтан уҡ эшкә күнеккәнбеҙ hәм тик ултыра алмайбыҙ. Эш hәм мәшәҡәттәр менән йәшеңде лә, ауырыуҙарыңды ла онотаһың. Сөнки хәрәкәт — ул тормош! Ә ҡунаҡтар, яратҡан балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ һәм бүләсәрҙәребеҙ өсөн беҙҙең ишек hәр саҡ асыҡ, hәм өҫтәлдә  hәр кемде һыйларлыҡ ризыҡ бар.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Тормош һөйөүсәнлек менән айырылып торалар
Тормош һөйөүсәнлек менән айырылып торалар
Автор:
Читайте нас