

6 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған был сарала Бишбүләк районынан “Ҡаһарманлыҡ” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы ойошмаһының тәрбиәләнеүселәре (10-11-се класс) ҡатнашты.
Йыйынды тантаналы шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында башланды, Дәүләт Флагын алып инеп башланған сара күңелдәргә илһөйәрлек рухын өҫтәне. Барыһын да Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Башкортостан Республикаһының премьер - министры Ирек Хәйривари улы Сәғитов, Башкортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажин, Башкортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Александрович Блажевич һәм и рәсәй Геройы Анатолий Александрович Сафронов һәм башҡа етәкселәр сәләмләне һәм яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән тәбрикләне.
Республика буйынса йыйылған 40 команда араһында беҙҙең команда ла бирелгән трассаны лайыҡлы үткән. Балалар өсөн ашатыу ҙа яҡшы ойошторолған. Улар ялан кухняһында “һалдат бутҡаһы”нан ауыҙ итте. Ғөмүмән, “Геройҙар уҙышы”нан барыбыҙ ҙа яҡшы тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә ҡайтып киләбеҙ. Ойоштороусыларға рәхмәт, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша уҡыусылар.
Бишбүләк районы "Вектор" Йәштәр үҙәге