Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Геройҙар онотолмай

Аҙнай ауылынан Миңлебай Садыҡов 17 йәшенән фронтҡа алына. 

Геройҙар онотолмайГеройҙар онотолмай
Геройҙар онотолмай

Аҙнай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 239 кеше ҡатнаша, ләкин уларҙың ни бары 139-ына ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыу насип була.  Улар араһында Миңлебай Миниәхмәт улы Садыҡов та була

Һуғышҡа ҡәҙәр маҡсатлы егет Бәләбәй педагогия училищеһының 1-се курсын ғына тамамлап өлгөрә. 1942 йылдың 19 декабрендә 17 йәшлек Миңлебайға ла дошман алышыу өсөн сират етә. Ул тәүҙә Ырымбур өлкәһенең Краснохолмск хәрби-пехота училищеһында уҡый. Бында занятиелар асыҡ һауала үтә, землянкаларҙа йоҡлайҙар, ә ҡарлы яландар “класҡа” һәм полигонға әүерелә. Көн һайын 3-5 километр үтеп, 30 кг пулеметты арҡаға аҫып, марш-бросок яһап, күнекмәләр үтәләр. 
Фронтта тәүге сынығыуҙы Миңлебай Миңлеәхмәт улы Мәскәү янындағы Ступино ҡалаһы өсөн барған һуғышта ала. 1944 йылдың йәйендә ул, пулеметчик булараҡ, 106-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 335-се уҡсылар гвардия полкы Белоруссия территорияһында “Багратион” операцияһында ҡатннаша. Ошо ҡаһарманлығы өсөн  уға тәүге награда – III дәрәжә Дан ордены тапшырыла. Ә инде 1944 йылдың йәйендә Миңлебай Садыҡов һуғышсан иптәштәре менән беренселәрҙән булып Румыния сиген үтә. Ул Бухарест ҡалаһын штурмлауҙа ҡатнаша, шуның өсөн II дәрәжә Дан ордены менән бүләклә.

Артабан дә ҡан ҡойғос алыштар дауам итә. Венгрия ерендәге Будапешт өсөн әллә күпме совет һалдаттары башын һала. Өсөнсө ынтылыштан һуң ғына ҡаланы ҡамауға алыуға ирешәләр. Ошо операция өсөн уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Сираттағыһын, “Батрырлыҡ өсөн” миҙалын, ул Австрия һәм Венаны азат иткән өсөн ала. Ул һуғышҡан хәрби часткә тиҙ арала Прагаға йүнәлергә тигән бойороҡ була. Яҡташыбыҙ өсөн дәһшәтле һуғыш Прага янында тамамлана.
1946 йылдың 10 мартында Миңлебай Садыҡов һуңғы наградаһын –  “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941-1945.”миҙалын ала. Апрель айында  Миңлебай Миңләәхмәт улы демобилизациялана һәм Аҙнайға әйләнеп ҡайта. Тыныс тормошта уның һуғышсан наградадаларына тағы ун юбилей миҙалдары өҫтәлә. Һуңғыһы - “Хеҙмәт ветераны” миҙалына ул оҙаҡ йылдар намыҫлы  эшләгәне өсөн лайыҡ була. 2006 йылда Миңлебай Садыҡовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Бындай геройҙар әле лә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй, ауылдаштары, дуҫтары уларҙы һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә ала.

Владимир Чернов,

Дим урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Геройҙар онотолмай
Геройҙар онотолмай
Автор:
Читайте нас