

Йылдар бер-бер артлы үтә тора, донъяға яңы быуындар килә, ләкин беребеҙҙең дә ҡан ҡойғос һуғыш тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!»
ошондай исем аҫтында Ҡасҡын ауылында тантаналы митинг ойошторолдо. Байрам бер нисә йыл элек Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә булдырылған обелиск янында уҙғарылды, унда тыл ветерандары, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ауыл хәкимиәте башлығы Р.Р.Ниғмәтйәнов һәм халыҡты бөйөк еңеү көнө уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Был көндә сығыш яһаусылар ауылдың ир-егеттәрен нисек фронтҡа оҙатыуҙарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм үҫмерҙәрҙең ошо шатлыҡлы көндө яҡынайтыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләүен һөйләне.
Һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң, байрам мәҙәниәт йортонда дауам итте. Был көндә шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың "Һуғыш балаларына" тигән ҡотлау открыткалары тапшырылды.
https://vk.com/podsl_bizh